“Тура бәйләнеш барышында ике тема популяр буласаҡ”, - тип иҫәпләй адвокат Булат Сафин.
“Донъяла ҡатмарлы ваҡиғалар барған осорҙа халыҡ менән аралашыу мөһим”, - тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән "Тура бәйләнеш" бер сәғәттән башлана. Уны “Юлдаш” радиоһында тыңлай алаһығыҙ. Шулай уҡ БСТ, "Башҡортостан 24", "Вся Уфа", "Сәләм", "UTV" телеканалдары һәм социаль селтәрҙә трансляция алып барыла.







