Башҡортостанда армияға мотлаҡ саҡырылыш 1 ноябрҙә башлана

Был турала республика комиссариатынан хәбәр иттеләр. Көҙгө мотлаҡ саҡырылыш ғәҙәттә 1 октябрҙә башлана ине, быйыл өлөшләтә мобилизация арҡаһында кисектерелде. Армияға 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге егеттәр саҡырыла. Ил буйынса  120 мең кешене алыу көтөлә. Был эш йыл аҙағына тиклем дауам итә. Армияға мотлаҡ саҡырылыш буйынса алыныусылар махсус хәрби операция ҡатнашмай, тип хәбәр итәләр Оборона министрлығынан.

Фото №1 - Башҡортостанда армияға мотлаҡ саҡырылыш 1 ноябрҙә башлана
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ