Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә һөт ризыҡтары менән ярҙам күрһәтелә

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына: йөклө ҡатындарға, бала имеҙгән әсәләргә һәм балаларға “Һөт кухняһы” йүнәлеше буйынса өҫтәмә ярҙам саралары ҡаралған. Башҡортостан “Һөт кухняһы” предприятиеһы директоры Илдар Сәйғәфәров ошо турала белдерҙе. Бушлай аҙыҡ алыу өсөн хәрби комиссариаттан белешмә, медицина йүнәлтмәһе һәм тағы бер нисә документ кәрәк. Уларҙы кухня пункттары һәм Күп функциялы үҙәктәр аша тапшырырға мөмкин. Мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам саралары хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте “Аңлатабыҙ. Башҡортостан” хөкүмәт порталында табырға була. Ситуация үҙәгенең телефоны: 8 (347) 218-19-19.  Шылтыратыуҙар көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә.

Фото №1 - Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә  һөт ризыҡтары  менән ярҙам күрһәтелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ