Бөгөн Өфөлә Рәсәйҙең халыҡ артисы Нурия Ирсаеваның юбилей кисәһе була. Нурия Исхаҡ ҡыҙы Миәкә районы Ҡанбәк ауылында тыуа. 1965 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә ҡабул ителә. “Оҙаҡ йылдар ошо сәхнәлә уйнайым. Матур, батыр, тырыш, уңған, сая ҡатын-ҡыҙ ролдәрен башҡарҙым. Эшемдән уңдым”, - ти Нурия Ирсаева.
Нурия Ирсаева күп спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡара. Сәрүәр, Ғәлиәбаныу, Ғәлиә образдары айырыуса халыҡ һөйөүен ҡаҙанды. Ижадсы йырсы булараҡ та танылыу яуланы. Ул башҡарған әҫәрҙәр “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының алтын фондында һаҡлана.







