Башҡортостан Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 ноябргә тиклем 50-нән ашыу фото-видео теркәү ҡоролмаһы ҡуйыу ҡарала. Әле республика юлдарын 1 мең ярым камера күҙәтә. Августан башлап, аппараттар ҡаршы һыҙатҡа сығыу һәм именлек ҡайыштарын ҡаптырмауҙы ла теркәй. Белгестәр әйтеүенсә, быйыл Башҡортостанда авариялар һаны 10 процентҡа кәмегән. Республика юлдарында йөк контроле пункттарын күбәйтеү ҙә көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Әле 13 автоматлаштырылған комплекс эшләй. Киләсәктә уларҙы 20-гә еткереү күҙаллана.







