Стратегик комитет ултырышында финанс документтың киләһе өс йылға төп күрһәткестәре ҡаралды. Закон проектында социаль программалар үтәлешенә айырым иғтибар бирелә. Мәҫәлән, “Берҙәм Рәсәй” партияһы тәҡдим иткән “Реаль эштәр” проектын финанслау элекке кимәлдә ҡала. Беҙҙең республикала былтыр халыҡ теләге буйынса 1 мең наказ үтәлде. Быйыл ауылдар һәм ҡалаларҙа 700-ҙән ашыу объект тәртипкә килтерелә. 2023 йылда мәктәптәрҙе яңыртыу, халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, спорт объекттары төҙөү һәм мәҙәниәткә күберәк аҡса тотонола.







