Рәсәйҙең яңы төбәгендә мохтаж граждандарға ярҙам бүлеү менән шөғөлләнгән ирекмәндәр хәрәкәте бүлексәһе бар.
Йыйылған әйберҙәр араһында ҡатын-ҡыҙҙарға йылы кейемдәр, көндәлек кәрәк-яраҡтары, бәйләнгән ойоҡбаштар бар. Пенсионер Александр Ефименков 500 йылы куртка, төрлө кейемдәр алып килгән. Гуманитар йөк транспорт компанияһы менән бөгөн Луганск ҡалаһына оҙатыла. Партия ирекмәндәр менән берлектә шулай уҡ махсус операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә лә кәрәкле әйберҙәр йыйыуҙы дауам итә.
Александр Ефименков, пенсионер
Беҙ ярҙам итмәһәк, кем ярҙам итһен. Ауыр ваҡытта бер-береңә терәк булырға кәрәк. Тормош иптәшем Луганск ҡалаһынан ине, ул бизнес менән шөғөлләнде, барлыҡ әйберҙәрҙе хәҙер уның тыуған яғына ебәрергә ҡарар иттем.
Лилә Мәҡсүтова






