Көнбайыш илдәр башҡаларҙан өҫтөн булған осор аҙағына яҡынлаша. Бөгөн ил президенты Владимир Путин "Валдай" халыҡ-ара дискуссия клубы ағзалары алдында сығыш яһап, шулай тип белдерҙе.
Республика Башлығы Радий Хәбиров фекеренсә, ошо үҙгәрештәрҙән һуң донъяла үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә тигеҙлек-ғәҙеллек урынлашырға тейеш.







