Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн тура эфирҙы халыҡ һорауҙарына яуап бирә. Уның әйтеүенсә, өлөшләтә мобилизация буйынса план тулыһынса үтәлгән.
Башҡортостандан мобилизацияланған өс балаһы булған атайҙар кире ҡайтарылды. Улар урынына башҡа кешеләр ҡораллы көстәргә оҙатылды.







