Стәрлетамаҡта ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек дауам итә

Республиканың юл комплексына ҡараған диспетчер хеҙмәттәре, ҡар йыйыштырыу һәм башҡа техниканың ҡыш миҙгеленә әҙерлеге тикшерелә. Стәрлетамаҡта махсус техника һәм хеҙмәттәрҙең әҙерлек кимәлен БЮТ ижади төркөмө лә өйрәнде.

Стәрлетамаҡта ҡала урамдары ике өлөшкә бүлеп йыйыштырыла. Ҡаланың көнбайышын юл-йәшелләндереү эштәре буйынса ремонт төҙөлөш идаралығы, ә көнсығышын ремонт һәм төҙөкләндереү буйынса яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тәртиптә тота.

Тоҙ һәм ҡом ҡатнашмаһын һибеүсе ҡулайлама, махсус комбинациялы. 4 юл таҙартыу техникаһы ярҙамында юлдар боҙлауыҡтан, ҡар өйөмдәренән таҙартыуҙа эште күпкә еңелләштерәсәк тип көтөлә. Стәрлетамаҡ юлдарын таҙартыуҙа ҡулланыласаҡ йөҙәрләгән техниканың 70 проценты ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек һыҙығына етеп килә, тип билдәләй белгестәр.

3 ноябрҙә торлаҡ-коммуналь хужалығы техникаһының ҡышҡа әҙерлеге тикшереләсәк. Әлеге ваҡытта ауыр техниканың 70, ә автоколоннаның 60 проценты тулыһынса әҙер. Республика Хөкүмәте ярҙамы менән ҡайтарылған таҡмалы техника Стәрлетамаҡ юлсыларының айырым ғорурлығы.

Былтыр беҙҙең хужалыҡҡа ҡар таҙартыусы шнекоротор һатып алынды. Был техника яҡшы һынау үтте. Быйыл беҙ ошо тракторҙарға тағы ла ике ҡар һиптергес һатып алдыҡ. Улар ярҙамында беҙҙең ҡаланы таҙартыу эштәре күпкә тиҙләтелә һәм еңеләйә.

Станислав Пантелеев, Стәрлетамаҡ ҡалаһы юл һәм йәшелләндереү эштәре буйынса ремонт-төҙөлөш идаралығы баш инженеры

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы һәм Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте менән коммуналь хужалыҡ өсөн техника һатып алыу тураһында килешеү нигеҙендә 34 миллион һумдан ашыу субсидия бүленгән. Был суммаға ике автосамосвал, автогрейдер, мини-тейәгес, эксковатор һатып алынған. Бынан тыш, боҙлауыҡты иҫкәртеү өсөн тоҙ һәм ҡом ҡатнашмаһы әҙерләнә. Был ҡатнашма махсус бинала һаҡланасаҡ.

Заманса техника Стәрлетамаҡ торлаҡ-хужалығы юлсыларына Хөкүмәт ярҙамы менән субсидияға һатып алынған. Техника Рәсәйҙә етештерелгән. Юл эшендә ҡулланылған тезниканың хаҡы 9 миллион 750 мең һум тәшкил итә. Грейдер йыл әйләнәһенә ҡклланыласаҡ. Ҡеүәтле техника ярҙамында ҡышын ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартырға, йәйге миҙгелдә юл соҡорҙарын тигеҙләүҙә ҡулланырға мөмкин.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ