Бөгөн Башҡортостан башлығы республика халҡы менән тура бәйләнешкә сыҡты

Бөгөн киске сәғәт етелә, БЮТ, Башҡортостан 24, «Вся Уфа», «Сәләм» ЮТВ телеканалдары һәм «Юлдаш» һәм «Рәсәй радиоһы» радиостанциялары эфирында Радий Хәбиров көнүҙәк һорауҙарға яуап бирә. Студия менән тура бәйләнештә БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова.

Хәйерле кис, студия, һаумыһығыҙ, хөрмәтле телевизор ҡараусылар. Беҙҙең ижади төркөм әлеге ваҡытта Республика менән идара итеү үҙәгендә эшләй. Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнеш ошо залда үтә, сара башланыуға һанаулы ғына минуттар ҡалды.

Әле бында техник әҙерлек бара, видеокамералар урынлаштырыла, элемтә тикшерелә. Тура бәйләнеш форматындағы һөйләшеү йыл һайын ойошторола, Радий Хәбиров йәмәғәтселектең, журналистарҙың һорауҙарына быйыл дүртенсе тапҡыр яуап бирә. Республика етәксеһенә мөрәжәғәттәрҙе социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә йәки рәсми сайттағы махсус бүлектә алдан уҡ ебәрергә мөмкин ине.

Тура бәйләнеш Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», ЮТВ, «Рәсәй 24» телеканалдарында, «Рәсәй», «Юлдаш» радиоһында, Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә күрһәтелә. Текст форматында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҡырға мөмкин.

Радий Хәбировтың былтырғы тура бәйләнешенә килгәндә, ул ваҡыт буйыса алдараҡ, 8 сентябрҙә ойошторолған. 4 сәғәттән ашыу дауам иткән һөйләшеүҙә 58 һорау бирелгән, тәүге тапҡыр сурдотәржемә ҡулланылған. Республика башлығы адресына бөтәһе 4 мең 703 мөрәжәғәт килгән. Улар араһында төрлө темаларға ҡағылғандары була, социаль-иҡтисади йүнәлештәгеләр ҙә, Республика етәксеһенең шәхси тормошо буйынса ла.

Шулай ҙа күбеһе уңайлы мөхит тыуҙырыу, юлдар торошо, йәмәғәт транспорты тураһында. Эксперттар фекеренсә, быйыл йәмәғәтселекте махсус хәрби операция, өлөшләтә мобилизация, хәрбиҙәрҙең ғаиләләрен социаль яҡлау менән бәйле һорауҙар борсой. Шуға күп һорауҙар ошо өлкәгә ҡағылыр, тип фаразлана. Әле минең эргәмдә йәмәғәт эшмәкәре, журналист Шамил Вәлиев.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ