«Мәшғүлеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты сиктәрендә Октябрьский ҡалаһында «Альтернатива» пластмасс изделиелар заводының илле йәштән өлкәнерәк хеҙмәткәрҙәре һөнәри әҙерлек курсы үткән.
Ҡойоу һәм өрҙөрөү машиналары менән идара итеүҙә теоретик һәм практик тәжрибәһен арттырып, таныҡлыҡ алған белгестәр остазлыҡ эшен дә башлаған. Пенсия алды йәшендәгеләрҙе ҡеүәтләүгә йүнәлтелгән саралар тураһында киләһе яҙмала.
Роза Егорованың «Альтернатива» пластмасс изделиелар заводында эшләүенә ун һигеҙ йыл. Тәжрибәле белгес бөгөн машинист һөнәренә параллель рәүештә остазлыҡ эшен уңышлы алып бара, стажировка үтеүселәргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренән башлап производствоның барлыҡ технологик процестарын ентекле аңлата.
Был ҡеүәтле ҡорамал ярҙамында ғына тәүлегенә ун алты мең ҡапҡас етештерелә. Һәр изделиены етешһеҙлеккә тикшереп, төргәктәргә тултырырға кәрәк. Декрет ялынан сыҡҡан Гөлнара Сәйетова ике ай эсендә яңы эште еңел үҙләштереүен билдәләй. Быға тәү сиратта остазына рәхмәтле
Компанияла икенсе-өсөнсө разрядҡа күтәрелгән белгестәр остазлыҡ эшен алып барыу хоҡуғына эйә. Улар махсус уҡыу ҙа үткән.
«Демография» милли проекты сиктәрендә август-сентябрь айҙарында илле йәште үткән илле хеҙмәткәр һөнәри әҙерлек курсы үткән. Программа «Һанлы ҡорамалдар белеме менән ҡойоу һәм өрҙөрөү машиналар операторы» тип атала.
Теоретик һәм практик дәрестәр «Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәтенең уҡытыу үҙәге» тарафынан ойошторолған. Курсты уңышлы үтеп, таныҡлыҡ алыусылар предприятиела остазлыҡ эшен дә башлаған.
«Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты сиктәрендә курсты тамамлаусыларға «Һөнәри үҫеш һәм остазлыҡ» буйынса тренинг та ойошторолдо. Предприятие етәкселеге билдәләүенсә, кадрҙарҙы өҙлөкһөҙ уҡытыу – компанияның үҫеш двигателе. Дәүләт мәғариф программаларында ҡатнашыу мөмкинлектәре лә киң ҡулланыла.
Компанияла йыл аҙағында иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр билдәләнә. Быйыл предприятие етәкселеге йәш белгестәрҙе әҙерләүҙә юғары күрһәткестәргә ирешкән остазды айырым тәбрикләргә ниәтләй. Аҡсалата дәртләндереү сараһы буласаҡ.
Әйткәндәй, санкциялар иғлан ителеп, Европа баҙарына юл ябылыуға ҡарамаҫтан, предприятие үҫеш юлынан тайпылмай. Азия илдәренә продукцияһын тәҡдим итә. Былтырғы менән сағыштырғанда, быйыл һатыуҙар ҙа 18 процентҡа артҡан.
Гөлназ Хәйбуллина






