Бөрө тарих музейында Георгий Калитовтың күргәҙмәһе асылды

Ижадсының тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған экспозицияла рәссамдың төрлө йылдарҙағы эштәре, эскиздары урын алған. Рәссамдың эштәрендә күбеһенсә тарихи тема сағыла.

Музейҙы шулай уҡ уның «Батша грамотаһы» тип аталған иң ҙур эштәренең береһе биҙәй. Георгий Калитов картинаны Бөрө ҡалаһына бүләк иткән. Балтас районында тыуып үҫкән рәссам Бөрө балалар йортонда тәрбиәләнгән.

Ижади шәхесте күптәр педагог булараҡ белә. Ул Өфө сәнғәт училищеһында уҡытҡан. Күргәҙмәлә студенттары яҙған картиналарҙы күрергә мөмкин. .

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ