Был трасса ике районды тоташтыра. Хөкүмәттә үткән Транспорт сәғәтендә республикала өс йөк контроле пункты булдырыу ҡарары ҡабул ителгән. Уларҙың береһе ошо трассаға ҡуйыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында ошо турала белдерҙе.
“Беҙҙең өсөн яҡшы яңылыҡ. Бөтә район халҡы менән шатланам”, - ти Хәйбулла район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
Радий Хәбиров белдереүенсә, алдағы 3-4 йылда Урал аръяғындағы төп магистралдәрҙе тәртипкә килтереү ҡарала.







