Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнештә ҡатнашҡан йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм журналистар фекеренсә, һөйләшеү йылы һәм эшлекле шарттарҙа үткән.
Улар фекеренсә, тура бәйләнеш барышында йәмәғәтселекте борсоған иң көнүҙәк һорауҙар яңғыраған, улар төрлө өлкәләргә ҡағыла. Әлбиттә, мөрәжәғәттәрҙең күбеһе махсус хәрби операция, өлөшләтә мобилизация, хәрбиҙәрҙең ғаиләләрен социаль яҡлау менән бәйле.
Шулай уҡ социаль-иҡтисади өлкәгә бәйле һорауҙар ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, Ишембай районының «Торатау» гәзите мөхәррире Гөлнур Артыҡаева быйыл бер ай дауамында Донбасста эшләп ҡайтҡан. Мин ундағы халыҡтың көнитмеше, проблемалары менән яҡындан таныштым. Шуға күрә бөгөн минең һорауым да ошо темаға бәйле, ти журналист.
Рәмзиә Кәримова






