Башҡортостан парламенты рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов шулай тип белдерҙе. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йәштәргә патриотик тәрбиә биреү темаһына арналған парламент тыңлауҙары үтте. “Ҡатмарлы геосәйәси шарттарҙа был мәсьәлә айырыуса көнүҙәк. Бөгөн көнбайыш беҙҙең илгә ҡарата гибрид мәғлүмәти һуғыш алып барыла. Был да патриотизм буйынса тәрбиәгә аяҡ сала”, ти вице-спикер.







