Радий Хәбиров тура эфир барышында шулай тип белдерҙе. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, һәйкәлде реконструкциялау етди мәсьәлә. Киләһе йылда мартта проект әҙер була. Эксперттар эшенән сығып тейешле ҡарар ҡабул ителә. Әммә халыҡ фекере лә мотлаҡ иҫәпкә алынырға тейеш, тине Радий Хәбиров.







