Дүрт сәғәттән ашыу дауам иткән һөйләшеүҙә төрлө форматтар ҡулланылды. Радий Хәбировҡа бирелгән 99 һорауҙың 40-ын залда ултырған журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бирҙе. Ә иң күп мөрәжәғәттәр иһә социаль селтәрҙәр аша килде.
Мәғлүм булыуынса, һорауҙар алдан уҡ ҡабул ителә башлағайны. Шулай уҡ видеобәйләнеш аша сығыусылар ҙа булды. Радий Хәбиров уларҙың һәр береһенә тулы һәм төплө яуап бирҙе. Дөйөм алғанда, республика етәксеһе исеменә 3 меңдән ашыу һорау килгән. Эксперттар фекеренсә, юлдарҙы төҙөкләндереүгә, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға, туризмды үҫтереүгә иғтибар бирелеүе айырыуса ҡыуаныслы.
Тура бәйләнештә махсус хәрби операция, өлөшләтә мобилизация, хәрбиҙәрҙең ғаиләләрен социаль яҡлау мәсьләһе лә иғтибар үҙәгендә булды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина фекеренсә, Радий Хәбировтың көнүҙәк теманы ныҡлы контролә тотоуы ҡыуаныслы.
Рәмзиә Кәримова



