Был турала Радий Хәбиров тура линия барышында белдерҙе. Былтыр Башҡортостан башлығы урындағы халыҡ мөрәжәғәте буйынса Сиҙәкбаш ауылы мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт эшләргә лә ҡушҡайны. Йөкләмә үтәлгән. Эске һәм тышҡы яҡтан биҙәкләү эштәре башҡарылған клубты асыу тантанаһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина булды.
Был фотоһүрәттәрҙә Сиҙәкбаш ауылы мәҙәниәт йортоноң үткәне һәм бөгөнгөһө сағыла. «Отражение» халыҡ театры етәксеһе Инна Никифорова билдәләүенсә, 1994 йылғы бинала төҙөкләндереү эштәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамланған. Фойе, тамаша һәм репетиция залдары, китапхана, этнография мөйөшө, физкультура бүлмәһе – клубтың ике ҡатында ла капиталь ремонт үткән. Хәҙер стеналар яҡты, тигеҙ. Иҙән ҡатламы, түшәм, ишек-тәҙрәләр ҙә яңыртылған.
Сиҙәкбаш ауылында ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолалаларҙы ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Шуғалыр ҙа тап был клуб стеналарында халыҡ театры, фольклор ансамбле уңышлы эшләп килә. Яңыртылған мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында урындағы халыҡ алдында Бишбүләк районы үҙешмәкәр коллективтары, һәүәҫкәр артистар сығыш яһаны. Улар ҙа сәхнә биҙәлешен юғары баһаланы.
Сара сиктәрендә район оҫталары декоратив-ҡулланма сәнғәт буйынса ижади эштәр күргәҙмәһе ойошторҙо. Бында сыуаштарҙың милли кейемдәре, биҙәүестәре тәҡдим ителде. Шулай уҡ һәр кем йәш блогерҙар студияһы эшмәкәрлеге менән яҡындан таныша алды. Үҫмерҙәр мәҙәниәт ирекмәндәре булып уңышлы эшләй. Ә инде күрше залда – ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе. «Шәп кәйеф» тип исемләнгән коллектив ауылдың гүзәл заттарын берләштергән. Хәҙер аэробика, бейеү дәрестәре уңайлы шарттарҙа үтә.
Мәҙәниәт йортоноң яңыртылыуы – урындағы халыҡтың күптәнге хыялы. Былтыр 8 сентябрҙә улар Башҡортостан башлығының тура линияһына сығып, клубта капиталь ремонт ойоштороу мөрәжәғәтен белдергәйне. Радий Хәбиров төҙөкләндереү эштәре яҡын арала башҡарыласаҡ тип вәғәҙәләне. Төбәк етәксеһе Бишбүләккә эш сәфәре барышында үҙе лә мәҙәниәт усағының техник торошон ҡарап сыҡҡайны. Һәм бына сираттағы тура линияла һөҙөмтәле эшкә йомғаҡ яһалды.
Радий Хәбиров менән тура бәйләнештән һуң Бишбүләк районында йәшәүселәрҙә яңы мәғариф учреждениеһы төҙөлөшөнә йәнә ышанысы артты. Ә инде капиталь ремонт ойошторолған клубҡа килгәндә, уны заманса йыһазландырыу дауам итәсәк.
Сиҙәкбаш ауылы мәҙәниәт йортонда төҙөлөш эштәре тамамланған, матди-техник базаны нығытырға ғына ҡалған. Киләһе йыл «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты буйынса мебель, тауыш, музыка һәм яҡтыртыу ҡорамалдарын, сәхнә кейемдәрен яңыртыу күҙаллана. Ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан өс миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина



