Аварияла биш кеше, шул иҫәптән ике бала зыян күрҙе. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Затон шоссеһы буйлап китеп барған «Ленд Ровер Дискавери Спорт» водителе аварияға тарыған «Мазда» һәм «Лексус» автомобилдәре менән бәрелешә.
Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә «Мазда»ның хужаһы һәм уның бәлиғ булмаған ике балаһы, шулай уҡ «Лексус» водителе һәм уның пассажиры төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Осраҡ буйынса тикшереү бара.



