Ләкин ата-әсәләр дәрескә түгел, ә ашханаға инә. Улар балалары ашаған аҙыҡты тәмләп ҡарай. Барыһы ла менюлағы кеүекме, өлөштәр тулыһынса һалынамы, тәме нисек? Ата-әсәләр ошо һорауҙарға яуап эҙләй. Хәйер, яуаптар был ашханаларҙа ыңғай. Сөнки улар республикалағы иң яҡшы мәктәп ашханаларына саҡырылған. Айнур Кәбиров дауам итә.
Батмус тотоп сиратта балалар урынына ата-әсәләр тора. Ләкин меню бөгөн өлкәндәрсә түгел. Ололар ҙа уҡысыларға таратылған ризыҡты тәмләйәсәк. Бер генә аҙыҡ та махсус рәүештә әҙерләнмәгән. Барыһы ла мәктәп ашханаһы ҡағиҙәләренә яраҡлы бешерелгән. Ләкин был тәмһеҙ тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, ата -әсәләр бындай һый-хөрмәттән үтә лә ҡәнәғәт ҡалды.
Бындай аш-һыуҙы һис икеләнмәй балаларыбыҙға тәҡдим итәбеҙ, ти ата-әсәләр. Урам ризығы, тәмләткес тулы фаст-фудҡа ҡарағанда мәктәп ашнаҡсылары бешергән аш күпкә файҙалыраҡ, ти өлкәндәр. Сөнки бында туҡланыу – тамаҡ ялғау ғына түгел, ә сәләмәт киләсәк нигеҙе лә.
Баш ҡаланың Дим районындағы 161-се лицей республиканың иң яҡшы мәктәп ашханаһы конкурсы еңеүсеһе. Белем усағында балаларҙы ла дөрөҫ туҡланыу, аш-һыу оҫталығына өйрәтәләр. Был эшкә махсус дәрестәр ҙә бағышлана.
«Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында республиканың 46 белем усағы ҡатнашҡан. Шул иҫәптән 16-һы ҡаланан, ҡалғандары ауыл ашханалары. Баһалама ағзалары дүрт мәктәпте еңеүсе тип тапҡан. Хәҙер улар Рәсәй күләмендә уҙғарылған конкурста Башҡортостан мәктәптәре данын яҡлаясаҡ.
Айнур Кәбиров



