Бөгөн Башҡортостан башлығы призына грек-рим көрәше буйынса Рәсәй кубогы старт алды.
Унда илдең иң көслө спортсылары, шул иҫәптән халыҡ-ара турнирҙар еңеүселәре ҡатанаша. Республика данын 15 атлет яҡлай. Бәйгенең беренсе көнөндә спортсылар биш ауырлыҡ үлсәмендә көс һынашты. Шуларҙың береһендә Сәид-Хөсәйен Бакаев көтмәгәндә Краснодар вәкиленән отолдо. Сөнки Белорет спортсыһы бөгөн Рәсәйҙә 63 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында иң көслөһө һанала.
Тағы ла бер яҡташыбыҙ Никита Криницин да ярымфиналда еңелеп, артабанғы ярыштан төшөп ҡалды. Иртәгә алыштар башҡа ауырлылыҡ үлсәмдәрендә дауам итәсәк.



