Ул, ғәҙәттә, 1 октябрҙә старт ала ине, быйыл өлөшләтә мобилизацияға бәйле кисектерелде. 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге егеттәр Ҡораллы көстәргә хеҙмәткә алына. Ил буйынса 120 мең кешене саҡырыу көтөлә. Армияға мотлаҡ саҡырылыш буйынса алыныусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашмай, тип хәбәр итәләр Оборона министрлығынан.







