Подымалов ауылында авария хәлендәге йортарҙа йәшәүселәр мәнфәғәте яҡланасаҡ

Торлаҡ яңы, әммә йәшәрлек түгел. Унда иҫке йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсергәйнеләр. Ләкин өй туйлаусыларҙың шатлығы оҙаҡҡа барманы. Яңы тип бирелгән йорттар шырпы ҡабы шикелле булып сыҡты. Һәм бына нисәмә йыл көрәштән һуң хужалар был етешһеҙлекте таныуҙарына өлгәште.

Тиҫтә йылға яҡын көткәндән һуң бер-ике сәғәт суд ҡарарын көтөп тороу бер ни түгел. Ғәҙеллек эҙләп үтелгән юлдың был иң еңел өлөшө. Ә юл ысынлап та ауыр булды. 2015 йылда таушалған йорттарҙан күсерелгән кешеләр Подымалов ауылында яңы төҙөлгән йорттарға урынлаштырыла. Ләкин өй туйлау теләге тиҙ арала юҡҡа сыға.

Каркаслы торлаҡтың ағастары кибеү менән иҫкән елгә лә бәүелә башлаған. Хужалар төҙөүсе ойошма менән тартҡылаша торғас, ремонтҡа ирешә лә, әммә улары стеналарҙы тимер сымдар менән тарттырып ҡуйыуҙан ары китә алмай. Халыҡтың был йорттарҙы ҡабул итеүселәргә лә дәғүә белдерҙе. Хәҙер инде Өфө районы хакимиәтендә ул яуаплы кешеләр юҡ. Ер менән мутлашҡаны өсөн эштән бушатылғандар. Әммә йорт хужалары ла туҡтап ҡалмай. Төрлө яуаплы ведомстволарҙың тупһаһын тапай торғас, ниһайәт, суд Өфө хакимиәтен яуапҡа тарттырҙы һәм халыҡты башҡа торлаҡ менән тәьмин итергә ҡушты.

Әммә нисәмә йылдар буш һүҙ тыңлап ялҡҡан халыҡ был юлы ла ышанып бөтмәй. Яңы торлаҡ асҡыстарын ҡулыбыҙға алып уның йәшәргә яраҡлығын тикшергәс кенә тынысланасаҡбыҙ, ти улар.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ