29 октябрь – Башҡортостанда ер һәм мөлкәт хеҙмәткәре көнө

Һөнәри байрам Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарары менән былтыр булдырылғайны.

Бөгөн тармаҡ министры Наталья Полянская бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләп, ведомство бүләктәрен тапшырҙы. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы республиканың иҡтисади мәнфәғәттәре һағында тороусы төп ведомстволарҙың береһе.

Һуңғы йылдарҙа унда һөҙөмтәле эшләүсе, берҙәм команда тупланды. Уңышлы башҡарылған реформаларҙың береһе булараҡ ер участкаларын теркәүҙе һанлы системаға күсереүҙе атарға мөмкин. Министрлыҡ шулай уҡ Башҡортостандың күрше төбәктәр менән сиктәрен аныҡлауҙы ла һөҙөмтәле башҡарып сыҡты.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ