Тормош ҡанундары аяуһыҙ. Яҡындарыбыҙҙы юғалтабыҙ. Әммә улар хаҡында хәтер, уларҙың эштәре, уларҙың йылыһы беҙҙең менән ҡала.
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өлфәт Мостафин тураһында яҙҙы. Республика Башлығы үҙенә яҡын кеше – Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы булып эшләгән Өлфәт Мансур улының фотоһы менән уртаҡлашты. Ул теүәл ике йыл элек коронавирустан вафат булды.
Былтыр Өлфәт Мостафиндың яҡты иҫтәлегенә арнап Саҡмағош районы Иҫке Ихсан ауылындағы ҡәберенә һәйкәл ҡуйылды. «Ғаиләбеҙ һәм яҡындарыбыҙ беҙҙе ташлап киткәндә лә уларҙың рухтары беҙгә көс һәм аҡыл бирә. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!», – тип яҙған Башҡортостан башлығы.






