Көҙәй ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернаты Президент фонды грантын яулаған

Ижад өсөн мөмкинлектәр. Көҙәй ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернаты «Минең ҡәҙерле ҡарттарым» хәйриә ойошмаһы менән берлектә мәҙәни башланғыстарға ярҙам итеү Президент фонды грантын яулауға ирешкән.

«Бәхетле йорт» проекты сиктәрендә учреждениела музыкаль ҡоролмалар, сәхнә костюмдары һатып алынып, йыл дауамында мәҙәни саралар ойошторолған. Башланғыс һөҙөмтәләре урындағы мәҙәниәт йортонда үткән отчет концертында иғлан ителде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ҡалаҡсылар ансамбленең дәртле сығышы тамашасыларҙы тәүге секундтан уҡ арбап ала. Ҡулдарындағы ҡалаҡтарға күҙеңде эйәртеп кенә өлгөр. Боронғо сәнғәт төрөнә интернат тәрбиәләнеүселәре бер нисә ай элек кенә өйрәнгән тимәҫһең дә. Коллектив, йәш булыуына ҡарамаҫтан, «Талант сиктәре» халыҡ-ара ижади конкурста еңеү яулаған.

Ҡалаҡ менән көй уйнарға беҙгә күрше ауыл оҫталары өйрәтте. Беҙҙең интернатта йәшәүселәргә һөнәр оҡшап ҡалды. Башлыса рус халыҡ көйҙәрен уйнайбыҙ, хәҙер заманса йырҙар өйрәнәбеҙ.

Лариса Исчанова, Көҙәй ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернаты хеҙмәткәре

Көҙәй ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында ҡалаҡсылар ансамбле «Бәхетле йорт» проекты сиктәрендә барлыҡҡа килгән. Учреждениены яңы таланттар асыу майҙансығы тип әйтһәң дә, хата булмаҫ. Әйтәйек, унда тәрбиәләнеүсе Галина Яковлева быға тиклем тик халыҡ йырҙарын башҡара. Ә интернатта ул яратҡан шөғөлөн профессиональ яҡтан үҙләштереү дәрестәренә йөрөй.

Көҙәй интернатында мин бер йыллап йәшәйем. Яңыраҡ яңы музыка ҡоролмалары һатып алғас, ижад өсөн мөмкинлектәр артты. Артабан төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашырға уйлайым.

Галина Яковлева

Былтыр йорт-интернат Президент фондынан 600 мең һумдан ашыу субсидия йәлеп итеүгә ирешә. Уның ярҙамында музыка аппаратураһы, сағыу сәхнә костюмдары һатып алына, һәүәҫкәр театр ойошторола. Хәйер, интернат тәрбиәләнеүселәре тик ултырмай. Буш ваҡытын файҙалы һәм күңелле үткәреп, ҡул эштәре менән дә шөғөлләнә, йыр һәм бейеү серҙәрен үҙләштерә.

Тәрбиәләнеүселәрҙең һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булһа ла, сәнғәткә ынтылыштары юғары. Уларҙың араһында төбәктә генә түгел, ил кимәлендә юғары баһаланған таланттар бар. Сөнки улар өсөн ижадҡа ынтылышта сикле физик мөмкинлек кәртә түгел.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ