Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындарына дәүләт ярҙамы саралары раҫланды

Улар тураһында Башҡортостан юлдаш телеканалында үткән брифингта төрлө министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре һөйләп үтте.

Башҡортостанда төбәк социаль түләүҙәрен башҡарыу өсөн мобилизацияланған граждандарҙың уртаса ғаилә килемен хисаплағанда армиялағы эш хаҡы иҫәпкә алынмаясаҡ. Был турала брифинг барышында республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләне.

Башҡортостан мобилизацияланған ир-егеттәрҙең балаларын колледж һәм урта һөнәри уҡыу йорттарында уҡытыу өсөн дә түләйәсәк.

Был Ватан һаҡсыларының ғаиләләренә социаль ярҙам сараһы булараҡ раҫланған. Иҫәпләшеү өсөн махсус сертификаттар сығарыла. Республикала был төр ярҙам менән 100 мең самаһы студент файҙаланыр тип күҙаллана, тине республиканың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Ил һаҡсыларының балалары йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй ала. Бындай мөмкинлек Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға социаль ярҙам саралары сиктәрендә булдырылған.

Ватан һаҡсыларына республика шифаханаларында сәләмәтлеген нығытыу өсөн махсус сертификаттар сығарыла. Дауаланыу һәм ял итеү өсөн көндәлек сығым 4400 һумдан алып иҫәпләнгән. Шифаханаларҙы табип күрһәтмәһе буйынса һайларға мөмкин. Сертификатты Махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтҡандан һуң бер йыл эсендә юлларға була.

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм мобилизацияланыусыларҙың ғаиләләре сүп-сар сығарыу өсөн түләүҙәрҙән азат ителә. Был турала республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдерҙе.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың тормош иптәштәре никахтары законлы теркәлгән осраҡта ғына дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала. Был турала брифинг барышында Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, финанс министры Лира Иғтисамова иҫкәртте.

Башҡортостан башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә 30-ҙан ашыу дәүләт ярҙамы сараһын раҫланы. Уларҙың күбеһе 2 ноябрҙән эшләй башлай. Тулыраҡ мәғлүмәтте күп функциялы үҙәктәр, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы һәм телефондан, 122 һандары аша белешергә мөмкин.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ