Өфөлә шиғыр һөйөүселәрҙең «Йәнле һүҙ» конкурсы үтә

Ярышта 26 райондан һәм 10 ҡаланан 6 тиҫтәгә яҡын кеше ҡатнаша, уларҙың бер өлөшө үҙҙәренең ижад емештәре менән сығыш яһай.

«Йәнле һүҙ» ижади күңелле йәштәрҙе бергә туплаған конкурс, сара йшә быуынды әҙәбиәткә, шиғриәткә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шиғыр һөйләүселәр ярышында 16-нан 35 йәшкә тиклемге кешеләр ҡатнаша ала. Ә үҙенең ижад емеше менән сығыш яһаусылар 40 йәшкә тиклем булырға мөмкин. Конкурсанттар рус һәм башҡорт телдәрендә сығыш яһай.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, ижад һөйөүселәр был конкурсты көтөп ала.

Конкурстар ҡатнашыусылар араһында билдәле әҙиптәрҙең ижад емештәрен һайлаусылар ҙа, йәш авторҙарҙың шиғырҙарына мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар. Жюри ағзалары йәштәрҙең һөйләү оҫталығын да, сәхнәлә үҙен ышаныслы тотоуын да баһалай.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ