Һалдаттарға башҡорт ҡорото әҙерләнә

Ҡырмыҫҡалы районында ошондай флешмоб башланды. Иҫке Муса ауылы ҡатын-ҡыҙҙары мобилизацияланған ир-егеттәр өсөн киптерелгән ҡорот әҙерләй. “Был эштә балалар ҙа ихлас ҡатнаша”, - ти ауыл китапханасыһы Миләүшә Мөхәмәтйәрова.

Һалдаттарға башҡорт ҡорото әҙерләнә

“Яугирҙәребеҙ өсөн күстәнәс күңел йылыһы һалып әҙерләнә. Тыуған яҡ ҡорото һалдаттарҙың кәйефен күтәрһен, уларға рухи көс өҫтәһен”, - ти Иҫке Муса ауыл биләмәһе башлығы, Ҡырмыҫҡалы район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ильмира Ғәлиәхмәтова.

Һалдаттарға башҡорт ҡорото әҙерләнә

Иҫке Муса ауылы флешмоб эстафетаһын башҡа райондарға тапшыра.

Фото №1 - Һалдаттарға башҡорт ҡорото әҙерләнә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ