Каникул ваҡытында иғтибарлы булырға кәңәш ителә

Мәктәп уҡыусыларының көҙгө каникулы башланды. Ҡотҡарыусылар балаларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә. Республика автоинспекторҙары юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә өндәй. Балаларҙың кейеменә яҡтыртҡыс элементтар беркетергә кәрәк. Был да хәүефһеҙлек сараһы, ти Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре Ленар Зиннуров:

Каникул ваҡытында иғтибарлы булырға кәңәш ителә

Ҡараңғы ваҡытта төҫлө кейем кейергә кәңәш ителә. Сәғәтенә 60 километр тиҙлектә хәрәкәт иткән водитель аҡ кейемле йәйәүлене – 55,  ҡара кейемдәгеһен 18 метрҙан күрә. Яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар 130-150 метрҙан күҙгә ташлана. Үткән ял көндәрендә Өфөлә генә 140-ҡа яҡын юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 11 кеше имгәнгән.

Фото №1 - Каникул ваҡытында  иғтибарлы  булырға  кәңәш ителә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ