Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында ошо турала мәғлүмәт урынлаштырылған. Ата-әсәләр яңы йылдан күберәк түләй башлай. Иң ҙур хаҡтар Өфөлә, баланы баҡсаға йөрөтөү өсөн көн һайын 166 һум кәрәк. Өфө районында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла хаҡтар шул сама. Минималь тариф - 119 һум.







