Күләмле сараға Рәсәйҙең 66 төбәгенән, шулай уҡ сит илдәрҙән туристик индустрия тармағы белгестәре йыйылды. Халыҡ-ара форум тәжрибә уртаҡлашыу, тармаҡ проблемаларын асыҡлау майҙанына әйләнер тип көтөлә.
Ошонда уҡ этно-мәҙәни-туризм күргәҙмәһе лә ойоштороласаҡ. Унда һәр төбәк үҙ халҡының көнкүрешен, тарихын, мәҙәниәтен күрһәтә ала.
Балаҫ һуғыу оҫталығына Мәрйәм Фәхриева 12 йәштә өйрәнгән. Салауат районы вәкиле форум ҡунаҡтарына башҡорт халҡының биҙәктәре менән һуғылған балаҫ өлгөһөн күрһәтте. Станоктың ағастан эшләнгән деталдәре – ҡылыс менән көрөҫ уға өләсәһенән ҡомартҡы булып ҡалған.
Этнотуризм төбәк тәбиғәтенең матурлығы менән бергә урында йәшәгән халыҡтарҙың көнкүреше, үҙенсәлектәре, матур йолалары менән таныштырыуҙы күҙ уңында тота. Ошо йүнәлештә эшләгән биш йөҙҙән ашыу туристик ойошма Халыҡ ара форумда ҡатнашырға теләк белдергән. Финал сараларында Рәсәйҙән 343 проект үҙ көсөн һынай.
Халыҡ-ара форумда ҡанашыусыларҙы республика башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Бөгөн эске туризмды үҫтереүселәр алдында киң мөмкинлектәр асыла, Рәсәйҙә ял итеүселәр йылдан-йыл арта, шуға күрә эске туризмға иғтибар көслө тине республика башлығы.
Шулай уҡ Радий Фәрит улы тиҙҙән Башҡортостан юлдаш телеканалы экранында эфирға сығасаҡ «Башҡорт каникулы» тип аталған проектты ҡарарға саҡырҙы. Төбәк буйлап сәйәхәттә алып барыусылар Башҡортостандың иң сағыу урындары менән таныштыра.
Халыҡ-ара форум өс көн дауам итә. Уның сиктәрендә «Йыл маршруты 2022» бөтә Рәсәй туристик премияһы финалы ла уҙа. Еңеүсегә Рәсәйҙең иң уңышлы маршруты тигән мәртәбәле исем бирелә
Лилиә Мәҡсүтова



