Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары инновация технологияларына нигеҙләнеп сәнәғәт предприятиеларынан ағыҙылған бысраҡ һыуҙы таҙартыу буйынса үҙенсәлекле ҡулайлама эшләгән. Белгестәр билдәләүенсә, яңы аппараттың Рәсәйҙә генә түгел, тотош донъяла аналогы юҡ.
Уның эш принцибы ябай: генератор реакторҙағы электродтарға көсөргәнеш импульсы бирә. Һөҙөмтәлә баҫым тулҡындары һәм водород пероксиды тәьҫирендә зарарлы матдәләр нейтраль компоненттарға тарҡала.
Реактор ярҙамында таҙартылған һыу айырым һауытҡа тултырыла. Бер ҡулайламаның етештереүсәнлеге минутына 0,6 кубометр тәшкил итә. Тикшереү һөҙөмтәләренә ярашлы, һыуҙың фенолдан таҙартылыу кимәле йөҙ процентҡа етә яҙа.
Өфө ғалимдары уйлап сығарған алым сәнәғәт предприятиеларының таҙартыуға киткән сығымдарын 30-50 тапҡырға кәметә. Ҡулайлама хаҡы күпкә арзаныраҡ. Иң мөһиме: проект тирә-яҡ мөхитте, гидросфераны һаҡлауға һәләтле.
Гөлназ Хәйбуллина



