Уҡытыусы һәм остаз йылын ҡаршылап

Өфөлә Бөтә Рәсәй студенттар слеты башланды.

Слетта Рәсәй педагогия университеттарында белем алған студенттар, йәш уҡытыусылар ҡатнаша. Шулай уҡ сараға Луганск Халыҡ республикаһы вәкилдәре лә килгән. Улар араһынжда Петровское ҡалаһындағы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се мәктәп һәм Красный Лучтағы 29-сы белем усағы уҡытыусылары бар.

Хәҙер беҙ ҙә Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы уҡытабыҙ. Быға тиклем был йүнәлештә төрлө курстар үтһәк тә, уҡытыу программаһы беҙҙең өсөн яңы, өйрәнәсәк нәмәләр бар әле. Һөнәри оҫталыҡты арттырыу маҡсатында ҡатнашырға тип килдек.

Гөлназ Серова, М .Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп директоры

Студенттар слетын асыу сараһы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтте. 4 көн дауамында йәш педагогтарҙың тәжрибәһен арттырыу, пленар ултырыштар, аралашыу майҙансыҡтары, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу ҡаралған. Шулай уҡ ҡатнашыусылар “Йыл уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре менән осрашасаҡ.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ