Халыҡ-ара мәғрифәт сараһы 8667 майҙанда ойошторолдо. Уларҙың икәүһе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты майҙанында эшләне.
Рус география йәмғиәте тарафынан 2015 йылдан үткәрелгән халыҡ-ара сараның төп маҡсаты – география фәне өлкәһендә белемде арттырыу.
Диктантҡа 350-нән ашыу кеше онлайн һәм офлайн форматтарҙа ҡушылды. Улар 30 һорауға яуап бирҙе. Тәүге өлөшө эрудиция һәм донъяны танып-белеүгә, ә икенсеһе логик фекерләүгә, факттарҙы сағыштырыу һәләтенә ҡоролғайны.
Ҡатнашыусыларға махсус сертификаттар тапшырылды. Дөрөҫ яуаптар диктант сайтында 21 ноябрҙә урынлаштырыласаҡ, ә индивидуаль эш һөҙөмтәләре менән 30 ноябргә тиклем танышырға мөмкин.



