«Хәүефһеҙлек коды». Өфө районында республика үҫмерҙәре өсөн 4 көнлөк лагерь ойошторолдо. Беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, туризм нигеҙҙәре, поход алымдарына өйрәтеү лагеры хәүефһеҙлек мәктәбе тарфынан икенсе тапҡыр үткәрелә. Ҡотҡарыусы һөнәре нескәлектәрен үҙләштереүселәр менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты.
«Хәүефһеҙлек коды» лагерында бәлә-ҡазанан ҡотҡарыу, ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында үҙеңде һәм яҡындарыңды һаҡлау һәм яҡлау алымдарына өйрәнергә республика район-ҡалаларынан 60 ашыу уҡыусы теләк белдергән. Иң ҙур команда Ейәнсура районынан. Иҫәнғол ауылында йәшәүсе Карина Юланова өсөн дә көҙгө каникулдағы хәүефһеҙлек мәктәбе курстары һәм практик дәрестәр бик мөһим. Сөнки ул киләсәктә ҡотҡарыусы булырға теләй.
Оксана Батталова профессиональ ҡотҡарыусы. 15 йылдан ашыу эш тәжрибәһенә эйә. Әммә кесе сержант дәрәжәһенә еткән ҡотҡарыусы быйылдан яҙмышын мәктәп һәм уҡыусылар менән бәйләгән. Сөнки, бәлә-ҡазаға юл ҡуймаҫ өсөн, уны алдан иҫкәртеү хәйерлерәк ти, тәжрибәле ҡотҡарыусы.
Ә был майҙанда йәш ҡотҡарыусылар юл-транспорт ваҡиғаһында ауыр йәрәхәт алыусыларға беренсе ярҙам күрһәтеү алымдарына өйрәнә. Аяҡ -ҡулдар, умыртҡа бағанаһы зыян күргәндә шина һалыу, ауырыуҙы транспортировкалау буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ҡотҡарыу хеҙмәте үткәргән олимпиадаларҙа һәм ярыштарҙа уңыш ҡаҙанған Руслан Өмөтбаев үткәрә.
Туризм буйынса инструктор Иван Букреевты ла үҫмерҙәр иғтибар менән тыңланы. Был күнекмәләр тәбиғәт шарттарында юғалып ҡалмаҫҡа, экстремаль хәлдәрҙән сығырға ярҙам итәсәк.
Хәүефһеҙлек лагерында ҡатнашыусылар бүрәнә аша үтеүҙә, тауҙан төшөү һәм менеү алымдарында, маятник һәм параллелдәр кеүек ҡаршылыҡтарҙы үтеүҙә ярышты. 4 көнлөк смена 1 ноябрҙә тамамлана.
Хәүефһеҙлек мәктәбендә шөғөлләнеүселәр 4 төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп ҡараны. Был күнекмәләр бөтәһе лә республика ярыштарында ҡулланыла. Был ҡаршылыҡтарҙа үҫмерҙәр тиҙлек, ихтыяр көсө, ҡыйыулыҡ кеүек сифаттарҙы күрһәтте.
Гүзәл Борханова






