Бөгөн Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тантаналы саралар уҙа

Унда алдынғы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары, маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырыла. Ураҡта юғары һөҙөмтәгә ирешкән 10 район хакимиәте башлығы диплом, 10 игенсе автомобиль менән бүләкләнә. Быйыл ауыл эшсәндәре 5 миллион 200 мең тонна иген йыйып алды. Шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыу һәм көнбағыш урыу дауам итә. Әлегә 1 миллион 300 мең тоннанан ашыу  шәкәр сөгөлдөрө сығарылған, майлы культураларҙан  400 мең тоннаға яҡын уңыш алынған. Вицер-Премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Бөгөн Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тантаналы саралар уҙа
Фото №1 - Бөгөн Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тантаналы саралар уҙа
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ