Башҡортостан башлығы белдереүенсә, республикала өлөшләтә мобилизацияға саҡырыу саралары тамам.
Был туралағы күрһәтмәләне хәрби округтарға Рәсәй Ҡораллы көстәре Генераль штабы ла ебәргән. Запастағы граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыуға бәйле барлыҡ саралар ҙа туҡтатылған. Хәрби комиссариаттар өлөшләтә мобилизация сиктәрендә повесткалар тапшырыуҙы туҡтатҡан.
Артабан военкоматтарҙың Ҡораллы көстәрҙе комплектлау буйынса эшмәкәрлеге контракт нигеҙендә хәрби хеҙмәт үтергә теләүселәр иҫәбенә генә башҡарыла. Төбәк етәксеһе шулай уҡ мобилизацияға саҡырылған граждандар һәм башҡорт батальондары яугирҙарының ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтеү мөһимлеген дә билдәләгән.
Гөлдәриә Йосопова






