Өфөнөң Дим районында канализация торбаларының бер өлөшө юҡҡа сыҡҡан

Кем ҡаҙыған? Өфөнөң Дим районында канализация торбаларының бер өлөшө юҡҡа сыҡҡан. Һөҙөмтәлә «Өфө һыу каналы» дәүләт унитар предприятиеһына ҡараған ике коллекторҙың берәүһе сафтан сыҡҡан, икенсеһе икеләтә көсөргәнеш менән эшләй. Уныһы ла боҙолған осраҡта, биҫтә урамдарын бысраҡ һыу баҫыуы ихтимал. Тулыраҡ БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән яҙмала.

«Өфө һыу каналы» предприятиеһы хеҙмәткәренең аптырауының сиге юҡ. Билдәһеҙ кешеләр көпә-көндөҙ эшкә яраҡлы коллекторҙың бер өлөшөн ҡаҙып алған. 200 метр ҡорос торбалар сығарып һалынған, әммә алып китеп өлгөрмәгәндәр.

Ике экскаватор тора, техникаларын да алып китмәгәндәр хатта. Ҡурҡыу ҙа юҡ, беҙ ҡайтып китеү менән кире тотоналар. Был торбалар халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн кәрәк, нисек инде сит кешеләр уны рөхсәтһеҙ ҡаҙып алырға тейеш, иҫ китерлек хәл

Сергей Пруденко, «Өфө һыу каналы» дәүләт унитар предприятиеһы водителе

Ике коллектор аша тәүлегенә 18 мең ярым кубометр канализация һыуы аға. Полипропилендан эшләнгән торба әле тулы ҡеүәтенә эшләй. Ҡорос торбаны билдәһеҙ кешеләр һатып, аҡса эшләү өсөн ҡаҙып алғандар тигән фекерҙә Өфө һыу каналы предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре

Әле урында предприятие хеҙмәткәрҙәре көндәлек дежур ойошторған. Осраҡ буйынса «Өфө һыу каналы» ойошмаһы полиция хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән.

Теркәлгән осраҡ буйынса әле Дим районы полицияһы бүлеге тарафынан тикшереү башланған. Торбалар ҡаҙылыуы тураһында ғариза яҙған ойошманан кәрәкле документтар алынды. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк.

Максим Родионов, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр бүлеге етәксеһе

Ҡаҙып алынған торбалар эшкә яраҡһыҙ тип табылған. Предприятие уларҙың урынына яңыларын һатып алыу, конкурс сараларын үткәреү менән мәшғүл. «Өфө һыу каналы» хеҙмәткәрҙәре предприятие мөлкәтен рөхсәтһеҙ ҡаҙыусылар закон нигеҙендә яуаплылыҡҡа тарттырылыр тигән өмөттә ҡала.

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ