Республика белем усаҡтарында «Башҡортостан ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу яҡлы!» девизы аҫтында мәктәп ашханаларында асыҡ ишектәр көнө уҙҙы. Сираттағы ата-әсәләр төркөмө Иглин районының 1-се урта мәктәбендә булды.
Төбәк кимәлендәге иң яҡшыларҙың береһе тип билдәләнгән туҡланыу комплексы хаҡында киләһе яҙмала.
Өйҙәге кеүек тәмле. Балалар алдына килеп эләгер алдынан, белем усағындағы туҡланыу сифатын ата-әсәләр баһалай. Борщ, макарон менән тефтель, икмәк һәм ҡарағат компоты – ризыҡты тәмләп ҡарағандан һуң, комиссия ағзалары тәьҫораттарын ҡағыҙға теркәй. Был белем усағында туҡланыуҙы ойоштороу менән республиканың тиҫтәгә яҡын районын хеҙмәтләндергән «Туҡланыу үҙәге» предприятиеһы шөғөлләнә. Ризыҡ хәләл сеймалдан технологик талаптарға ярашлы әҙерләнә.
Ашхананан һуң, ата-әсәләр бер ай элек асылған эко-буфетта булды. Ризыҡтың киң ассортименты һәм арзан хаҡы күптәрҙе ҡыуандырҙы. Бында шәкәрле сәйҙе – 10, ә ҡамырҙан бешерелгән тәмлекәстәрҙе 30 һумға һатып алырға мөмкин.
Әйткәндәй, быйыл Иглин ауылы 1-се урта мәктәбе Бөтә Рәсәй мәктәп ашханалары конкурсының республика этабы еңеүселәре исемлегенә ингән. Улар балалар туҡланыуын ойоштороу буйынса төбәк данын ил кимәлендә яҡлаясаҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина






