Махсус хәрби операция әрме сафына көҙгө саҡырылышҡа бер нисек тә йоғонто яһамай

Был кампания мобилизация ваҡытына ғына бер айға кисектерелеп торҙо, әммә башҡа үҙгәрештәр көтөлмәй.

Барыһы ла үткән йылдарҙағыса ғәҙәти режимда ойошторола, тине Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич журналистар менән осрашыуҙа. Көҙгө саҡырылыш тураһында ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажында.

Роман медицина комиссияһы алдында тәүгә түгел. Былтыр гипертония сире асыҡланғас хәрби хеҙмәткә алыныу кисектерелеп торған. Быйыл табиптар уның сәләмәтлеген ентекле тикшерәсәк. Әгәр ҡәтғи сәбәптәр асыҡланһа, армияға ул бөтөнләй алынмаясаҡ.

Дөрөҫ әҙерәк йүгерергә тура килде. Теге справканы алып кил, быныһын. Шулай ҙа дөйөм алғанда, медицина комиссияһы ғәҙел үтә. Һаулыҡтағы етешһеҙлектәрҙе, сирҙәрҙе күрмәмешкә һалышыу, һау-сәләмәт итеп күрһәтергә тырышыу кеүек күренештәр юҡ.

Роман Галанов

Былтыр көҙ армияға алыныусы егеттәр ҡайта башлаған, әммә уларға алмаш әле саҡ туплана ғына. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыш быйыл бер айға һуңлап башланды. Шулай ҙа мобилизация индергән төҙәтмәләр ошоноң менән тамам. Ҡалған эш ғәҙәттәгесә ойошторолған. Сәләмәтлеккә ҡарап тормай, барыһын да һалдатҡа алалар тигән имеш-мимештәргә нигеҙ юҡ.

Көҙгө саҡырылыш бер айға һуңлап башланды. Ләкин был ваҡыт беҙгә кампанияға тағы ла етдиерәк әҙерләнеү мөмкинлеге бирҙе. Егеттәр алдан уҡ тейешле справкаларын, анализдарын хәстәрләй алды. Әгәр шик тыуа икән, беҙ ҡабаттан тикшереүгә ебәрәбеҙ. Шул рәүешле ниндәйҙер сир менән әрме сафына алыныу ихтималлығы бөтөнләй сикләнә. Хәрби хеҙмәткә һау-сәләмәт егеттәр генә баҫырға тейеш.

Лилиә Ниткова, Башҡортостан хәрби комиссариатының хәрби-табип экспертизаһы табибы

Йәмғеһе көҙгө саҡырылышта 4 мең тирәһе егетте хәрби хеҙмәткә алыу күҙаллана. Улар илебеҙҙең төрлө хәрби частәренә оҙатыласаҡ. Башлыса улар ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Һәм иң мөһиме: кисектергеһеҙ хәрби хеҙмәткә алыныусылар бер ниндәй ҙә бәрелештәргә оҙатылмай, тине Михаил Блажевич.

Былтыр армияға алынған егеттәр ҙә ҡайта башланы. Был иһә кисектергеһеҙ хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың береһе лә Украинаға ебәрелмәүенә дәлил. Борсолорға урын юҡ. Әммә армия сафына алыныусы үҙе теләй икән, контракт төҙөп хәрби операцияға ҡушыла ала. Барыһы ла ирекле рәүештә, өгөтләү юҡ.

Михаил Блажевич, Башҡортостандың хәрби комиссары
БАШКОРТТАР-БСТ

Махсус хәрби операцияны иҫәпкә алып күптәрҙе әрмегә алыныусыларға кейем-һалым, экипировка етерме, тигән һорау ҙа борсой. Халыҡтың хафаланыуы осраҡлы түгел, сөнки өлөшләтә мобилизацияға йәлеп ителеүселәргә ярҙам йыйырға тура килде. Илдең оборона министрлығынан белдереүҙәренсә, һалдаттар хәрби һәм спорт кейемдәре менән тулыһынса тәьмин ителәсәк.

Айнур Кәбиров

Волна
Акции БСТ