Төп финанс документының проекты бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағына тапшырылды.
Башҡортостандың Финанс министры Лира Иғтисамова материалдарҙы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет рәйесе Рида Собханҡоловаға тапшырҙы. Ҡануниәткә ярашлы, бюджет документы парламеттың барлыҡ комитеттары тарафынан тикшерелергә тейеш.
Уға тиклем материалдар Президиумда ҡарала. Депутаттарҙың тәҡдимдәре нигеҙендә закон проектына үҙгәрештәр индерелеүе ихтимал. Әле бюджеттың 2023 йылға килем өлөшө 265 миллиард 100 миллион, ә сығымдар 279 миллиард 600 миллион һум булыр тип күҙаллана. Йәғни 14 миллиард ярым дефицит көтөлә.
Был бушлыҡты тултырыу сығанаҡтары билдәләнгән. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, бюджет, ғәҙәттәгесә, социаль йүнәлешле буласаҡ, йәғни дефицит социаль йөкләмәләрҙе үтәүҙә өҙөклөктәргә килтермәйәсәк.
Артабан инде бюджетҡа һалынмаған табыш үҫеш өсөн өҫтәмә ресурс сығанағы итеп ҡулланыла. Парламентҡа бюджет тураһындағы закон проектынан тыш, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтары һәм киләһе йылдарға үҫеш планы, бюджет сәйәсәте тураһындағы документтар тапшырылған.
Рәмзиә Кәримова



