Епшек ҡар яуыуы, төнгө сәғәттәрҙә түбәнәйгән һауа температураһы юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүенә, күреү мөмкинлеге насарайыуына булышлыҡ итә.
Ведомство етәксеһе һауа торошо киҫкен үҙгәреүгә бәйле, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы иғтибарлы булырға саҡырған. Автомобилдең техник торошона иғтибар итергә, яҡтылыҡ приборҙарының, быяла таҙартҡыстың, электр сымының, аккумулятор зарядының төҙөклөгөн тикшерергә тәҡдим иткән.
Водителдәргә шулай уҡ психологик яҡтан ҡышҡы йөрөтөү тәртибенә күсергә, киҫкен маневрҙар яһауҙан тыйылырға, йәйәүлеләр юлы эргәһендә иғтибарҙы көсәйтергә, тиҙлекте алдан кәметергә кәрәк. Шулай уҡ йәйге резинаны ҡышҡыға алмаштырып өлгөрмәгәндәргә ла оҙаҡҡа һуҙылырға ярамай.



