Тәтешле районының Түбәнге Балтас ауылында балалар майҙансығы төҙөлгән

Тәтешле районы Түбәнге Балтас ауылында йәшәүселәр быйыл тағы бер социаль проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә эш башлаған. Тәүгеһе республика башлығына мөрәжәғәт иткән күп бала әсәһе һорауы буйынса булһа, сираттағыһы «Айыҡ ауыл» республика конкурсы гранты аҡсаһына төҙөлә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ауылдың балалар майҙансығы шат тауыштарҙан тынғаны юҡ. Ә ҡасандыр кескәйҙәргә уйнар махсус урын да булмаған. Был мәсьәлә буйынса урында күп бала әсәһе Светлана Шакирова республика башлығына мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй. Бер йыл тигәндә ауылда балалар майҙансығы ҡалҡып сыға.

Балалар майҙансығы Түбәнге Балтаста йәшәүселәр өсөн көн талабы була. Ауылда күп балалы ғаиләләр күп. Биш кеше «Әсәлек даны» миҙалына эйә. Бөгөн алтынсы гүзәл заттың документтары дәүләт наградаһын алыуға тапшырылған. Ауыл халҡы республика кимәлендә уҙғарылған сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Төрлө социаль объекттарының булыуы быға үҙ өлөшөн индермәй ҡалмай. Үҫеп килеүсе быуын өсөн ул бик тә мөһим, ти тәтешлеләр. Мәҙәниәт йортоноң мәҫәлән, бер буш торған көнө юҡ. Аҙна һайын тиерлек ниндәйҙер сара үтә. Сөнки, учреждениела олоһо ла, кесеһе лә күңеленә яҡын шөғөлөн таба. Теләге булғандар ҡалаҡ һуғыу ансамблендә.

Кемдер музыка ҡоралдарында уйнап өйрәнеп, артабан ижади төркөмдә шөғөлләнә ала.

Ауыл мәҙәниәт йортонда фольклор ансамбль дә, музыка ҡоралдарынан торған ижади коллектив та уңышлы эшләй.

Әйткәндәй, йыл аҙағында ауылда тағы бер объекттың сафҡа инеүе көтөлә. «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңгән грант аҡсаһына тәтештеләр әлегеһенә йәнәш итеп спорт майҙансығын эшләргә ҡарар иткән. Маҡсатлы эштәр ҙә тик бының менән генә сикләнмәйәсәк, ти улар. Киләсәктә ике майҙансыҡ биләмәһен парк кимәленә тиклем үҫтереү ҡаралған.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ