Башҡортостан юлдаш телевидениеһы проекты Бөтә Рәсәй конкурсында юғары баһа алды

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңы проекты – «Был минең һөнәрем» тапшырыуы «Беҙҙең заман геройы» Бөтә Рәсәй конкурсында юғары баһаланып, тамашасылар һөйөүе призына лайыҡ булды.

Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы тарафынан ойошторолған ижади бәйге финалы Һамар ҡалаһында үткән. Заманса һөнәрҙәр тураһындағы проект Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы уңайынан зәңгәр экранға сығарылған.

Тапшырыу башлыса мәктәп, урта профессиональ белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн тәғәйенләнгән.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ