«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһына йомғаҡ яһалды

Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса үткәрелгән акция быйылға эшен туҡтата. Күсмә медицина модулдәре республиканың бөтә райондарында булып ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәткән.

Акцияла 274 табип ҡатнашҡан. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен эш һөҙөмтәләре буйынса һаулыҡ һаҡлау министры «Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары» өсөн миҙалы, «Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе һәм едомствонан Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.

Сәләмәтлек поездарында 120 меңдән ашыу кеше ҡабул ителгән. 27 меңе артабан тикшерелергә йүнәлтелгән. 300 яман шеш осрағы , 600 тирәһе шәкәр диабеты менән ауырыу асыҡланған. Сәләмәтлек поездары эшен киләһе йыл да дауам итәсәк.

Айрат Рәхмәтуллин, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ