10 игенсе автомобиль менән бүләкләнде. Уларҙы Республика Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
Күгәрсен районы “Толмачев” крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы Павел Толмачев атаһына эйәреп комбайнер һөнәрен үҙләштергән. Тырыш хеҙмәте өсөн ул автомобиль менән бүләкләнде.
Бөгөнюғары һөҙөмтәгә өлгәшкән эшселәргә дәүләт наградалары, маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырылды. Республика ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. “Милли батырыбыҙҙың исемен йөрөткән награда алыу оло яуаплылыҡ өҫтәй”, ти замандашыбыҙ.







