Иртәгә илдә Халыҡ берҙәмлеге көнө билдәләнә. Хеҙмәт кодексына ярашлы, ул дәүләт байрамдары исемлегенә ингән һәм ял көнө иҫәпләнә. Башҡортостанда Халыҡ берҙәмлеге көнөндә салют булмай. Был турала хөкүмәт ултырышында республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Өфөлә Халыҡ берҙәмлеге көнөнә арналған саралар үткәреүгә бәйле, Дуҫлыҡ Монументы янындағы парковка ябылды. Сикләү бөгөн көндөҙгө сәғәт 1-гә тиклем ғәмәлдә була.







