Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтары 452 мең тонна сеймал эшкәрткән. Техник культураның шәкәр кимәле 15 проценттан аша. Әлшәй районындағы предприятие 97 ауыл хужалығы менән хеҙмәттәшлек итә. “Быйыл план буйынса заводҡа 700 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәртеү бурысы ҡуйылған”, - ти инженер-механик Айтуған Миңлейәров.
Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 1 миллион 300 меңдән ашыу тонна уңыш алынған. Республикала шәкәр сөгөлдөрөн 19 районда үҫтерәләр, 14-ендә баҫыу эштәре тамамланған.




